11 ноябрь Республика башлығы тура эфирҙа халыҡ һорауҙарына яуап бирәсәк

Радий Хәбиров әйтеүенсә, республика халҡы үҙ һорауҙарын тура бәйләнешкә алдан ебәрергә тейеш.
  • 11 ноябрь Республика башлығы тура эфирҙа халыҡ һорауҙарына яуап бирәсәк

Был сараға ентекләберәк әҙерләнергә һәм мөһим бөтә темаларҙы иҫәпкә алырға мөмкинлек бирәсәк. Республика башлығы менән тура бәйләнешкә һорауҙарҙы төрлө ысул менән бирергә мөмкин. Бының өсөн Башҡортостан етәксеһенең сәхифәһендә махус бүлек, дәүләт хеҙмәттәре сервисы, Макс мессенджеры "ВКонтакте", "Одноклассники" сәхифәләре бар, шулай уҡ 218-19-19, 122 телефондарына ла шылтыратырға мөмкин. Былтыр ҙа Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнеш 11 ноябрҙә үткәйне. Ул дүрт сәғәткә яҡын дауам итте. Радий Хәбиров 60-тан ашыу һорауға яуап биреп өлгөрҙө. Юлдарҙы ремонтлау, креатив индустрияға ярҙам итеү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты борсоған мәсьәләләр, ауыл хужалығын үҫтереү һәм төбәктең стратегик объекттарын һаҡлау төп темалар булды.