Легендар йырсы Фәрит Бикбулатовтың исеме мәңгеләштерелде

Йылайыр районы Мәҡсүт ауылында уға мемориаль таҡтаташ асылды.
  • Легендар йырсы Фәрит Бикбулатовтың исеме мәңгеләштерелде

Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатов 81-се йәшендә яҡты донъянан китте. Фәрит Бикбулатовтың күңелдәргә үтеп ингән үҙенсәлекле тауышын, онотолмаҫлыҡ йырҙарын хәҙер яҙмаларҙан ғына тыңларға ҡала. Йырсының үҙенә генә хас, халыҡсан тауышы бер кемде лә, бер ҡасан да битараф ҡалдырманы.Саф күңелле, эскерһеҙ, мөләйем – тап шундай яҡты кеше булып ул хәтерҙә һаҡлана. Фәрит Хәйбулла улының йырҙары ла шул алсаҡлыҡ менән һуғарылған. Фәрит Хәйбулла улы оҙаҡ йылдарын телевидениеға бағышлай. Диктор, мөхәррир булып эшләй, музыкаль тапшырыуҙар авторы үҙе шиғырҙар яҙа. Тап ул күптәрҙең күңелендә йыр-моңға ҡарата һөйөү уятҡан. Үҙе китһә лә, йырҙары ҡалды.