Радий Хәбиров әйтеүенсә, бында интеллектуаль элита тәрбиәләнәсәк. Математика лицей-интернаты минең хыялым, тине Радий Хәбиров. "Йәштәр һәм балалар" милли проекты сиктәрендә төҙөлгән мәктәп Радий Хәбировтың шәхсән башланғысы. Ул ил президенты Владимир Путинда ла яҡлау тапты. Лицей 360 урынға иҫәпләнгән. Унда алтынсы кластан унынсы класҡа тиклем талантлы балалар ҡабул ителәсәк. Һайлап алыу өс этаптан торасаҡ. Тәүге этап Сириус. Курсы. Платформаһында ойошторолдо. Икенсеһенә тәүге этапта еңеүселәр Өфөгә саҡырыласаҡ. Өсөнсө этап — йәйге математика мәктәбе. Математика лицейының буласаҡ уҡыусылары үҙҙәрен бар яҡлап күрһәтергә тейеш.
Математика лицей-интернаты минең хыялым
Башҡортостан дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы хәбәрсеһе Радий Хәбировҡа Бәшир Рәмиев исемендәге лицей-интернатына бәйле һрау бирҙе.







