Табиптар сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалай

Өфөлә "Үҙ өлгөбөҙҙә" тип аталғанмини-футбол буйынса ярыш үтте.
  • Табиптар сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалай

Беренсе урын өсөн Дим районы клиник дауаханаһының бүлексәләре һәм Һуғыш ветерандарының республика клиник госпитале табиптары көс һынашты. Быйыл беренсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙар командаһы ла ҡатнашты. Закир Шәрипов репортажы.

Медицина хеҙмәткәрҙәре ҡатнашһа ла турнирҙың кимәле бик юғары. Дим районы клиник дауаханаһының травмотология бүлеге һәм Һуғыш ветерандарының республика клиник госпитале табиптары араһында уйын көсөргәнешле бара. Ҡайһы берендә ҡолап та алалар. "Йәрәхәтләнһәк ни, үҙебеҙҙе үҙебеҙ дауалайбыҙ", — тип шаярта табиптар.

Был турнирҙы 2020 йылда пандемия ваҡытында ойоштора башлайҙар. Хәҙер инде йолаға әйләнгән ярышты ҡайһы берендә йылына өс тапҡыр уҙғаралар. Быйыл ул "Үҙ өлгөбөҙҙә" исеме аҫтында үтте. Беренсе тапҡыр майҙанға ҡатын-ҡыҙҙар командаһы ла сыҡты. Шәфҡәт туташтары ир-егеттәргә хис тә бирешмәне. Залда төрлө вазифа биләгән медицина хеҙмәткәрҙәре. Шәфҡәт туташтары, терапевтар, анестезиологтар, травматологтар һәм хирургтар – барыһын да футболға һөйөү берләштерә.

Майҙанға сығыр алдынан һәр береһенең ҡан баҫымы, ҡандағы кислороды тикшерелде. Медицина хеҙмәткәрҙәре йәрәхәтләнеп ҡуймаһын тип коллегалары дежурҙа торҙо.Ҡайһы берендә табиптар тәүлек әйләнәһенә эштә. Бер-нисә йүнәлеште алып барғандарын иҫәпкә алғанда яҡшылап үҙҙәренә ваҡыттары ла ҡалмай тиерлек. Ошондай ярыштар ял итеп, аралашып алырға ярҙам итә, ти белгестәр. Быйыл турнирҙа 5 команда көс һынашты. Беренсе урынды Дим районы клиник дауаханаһының травматология үҙәге табиптары яуланы. Икенсе, өсөнсө урындарҙы Дим районы клиник дауаханаһының анестезиология-реанимация бүлеге һәм Каменев исемендәге Һуғыш ветерандары республика клиник госпитале белгестәре бүлеште. Быйыл да турнир дуҫтарса һәм йылы мөхиттә үтте.