Рөстәм Шәрипов Бөрйән районында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының Сибайҙағы филиалын, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. 2014 йылдан 2019 йылға тиклем Бөрйән районы, һуңынан Хәйбулла районы хакимиәте башлығы булып эшләй. Быйыл 1 июндән Өфө ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарҙы. Хәбәрсебеҙ Закир Шәрипов репортажы.
Хәбәрсе. Өфө ҡала Советының сираттан тыш ултырышында баш ҡаланың яңы хакимиәт башлығы һайланды. Депутаттарҙың 27-һе Рөстәм Динислам улы Шәрипов өсөн тауыш бирҙе. Икәүһе тауыш бирмәй ҡалды. Иң беренселәрҙән булып Өфөнөң яңы етәксеһен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡотланы.
Ултырышта Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Андрей Назаров, Хөкүмәт Премьер-министры Александр Шельдяев, Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәкселеге ҡатнашты. Баш ҡала хакимиәте башлығына 4 кандидат дәғүә итте. Уларҙың барыһы ла конкурстан үтте, әммә Рөстәм Шәрипов иң күп бал йыйып, еңеүсе тип танылды. Депутаттар Рөстәм Динислам улын конкурс нигеҙендә 5 йылға Өфө хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләне.
Шулай итеп, бөтәһен дә йәйҙән алып ҡыҙыҡһындырған һәм иғтибарҙа тотҡан мәсьәлә хәл ителде. Өфө хакимиәте башлығы итеп Рөстәм Шәрипов тәғәйенләнде. Июндән алып ул баш ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы ине. Ошо арауыҡта Рөстәм Динислам улы Өфөнө сентябрь һайлауҙарына әҙерләп өлгөрҙө, Башҡортостан етәкселегенән юғары баһа алды. Баш ҡаланың сәнәғәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт учреждениелары менән танышты, бигерәк тә төҙөлөшкә ҙур иғтибар бүленде.
Өфө – Башҡортостандың йөҙө. Баш ҡалала бихисап саралар уҙғарыла, шул иҫәптән халыҡ-ара кимәлдәге. 2028 йылда Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһына ингән илдәрҙең саммиты көтөлә. Хакимиәт етәкселегенә әҙерләнергә йыл ярым ваҡыт ҡала. Был һынауҙы ла Рөстәм Шәрипов йырып сығыр, тип ышана республика етәкселеге.
Рөстәм Динислам улы Шәрипов Бөрйән районы Яңы Мөсәт ауылында тыуып үҫкән. Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалын, Башҡортостандың дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. 2009 йылда Бөрйән районы хакимиәтенең иҡдисад бүлегендә әйҙәүсе белгес булып эшләй башлай, 2014 йылда хакимиәт башлығы итеп тәғәйенләнә.
Хәйбулла районы хакимиәтенә күскәндә Рөстәм Шәрипов тәжрибә туплаған ысын хужа булып килә. Әммә, бында ла эш еңел генә бирелмәй. Урал аръяғында урман янғындары ҡотора, Рөстәм Динислам улы шәхсән ут менән көрәшә, янғынды һүндереү эшен ойоштора, халыҡты йәлеп итә, ойошма-предприятиелар менән ярҙам күрһәтеү буйынса һөйләшеүҙәр алып бара. Рөстәм Шәрипов Хәйбулла районы хакимиәте башлығы булып эшләгән осорҙа бихисап үҙгәрештәр була. Ауылдарҙа урамдар яҡтыртыла, һыу үткәрелә, юлдар төҙөкләндерелә, ә район үҙәге – Аҡъяр күҙгә күренеп үҙгәрҙе.
Өфө хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтың идара итеү тәжрибәһе ҙур. Ул ауыр ваҡытта тыныс һәм айыҡ баш менән мәсьәләләрҙе хәл итә белә. Әммә, киләсәктә тағы ла ҡатмарлыраҡ саҡырыуҙар тора, тип иҫәпләй Башҡортостан етәксеһе һәм Рөстәм Динислам улына Өфөнө ышанып тапшырып, ярҙам итергә лә вәғәҙәләй Радий Хәбиров.







