Бөгөн 1 сентябрь – белем көнө

Тулыраҡ: Бөгөн 1 сентябрь – белем көнө

Республика мәғариф министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, төбәктә уҡыусылар һаны 460 меңгә етә. Балалар баҡсаһына йөрөүселәр һәм колледж-институттары студенттарын, тәрбиәселәр, уҡытыусыларҙы иҫәпкә алғанда, әле белем биреү өлкәһенә 1 миллионға яҡын кеше йәлеп ителгән. Бөгөн республиканың барлыҡ мәктәптәрендә лә Белем көнө уңайынан тантаналар үтә. Беренсе синыфҡа быйыл 52 мең уҡыусы бара. Үткән йыл менән сағыштырғанда балалар һаны 13 меңгә күберәк.