Һуңғы биш йылда республиканың ҡала һәм райондарында мәктәпкәсә 100 мәғариф учреждениеһы төҙөлгән. Әүҙем төҙөлөш балалар баҡсаларында 15 мең 500 эш урыны асырға һәм 2016 йылда өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға балалар баҡсаларында сиратты бөтөрөргә мөмкинлек бирҙе. 2012-2017 йылдарҙа Башҡортостанда 11 мең урынлыҡ 30 мәктәп төҙөлгән. Киләсәктә лә мәғариф өлкәһенә иғтибар көслө буласаҡ, тине бөгөн республика башлығы Өфөләге 16-сы мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары менән осрашыуҙа. Өфөнөң 16-сы гимназияһына бөгөн бер йорттан ғына ете бала беренсе классҡа аяҡ баҫа. Улар араһында беҙҙең хеҙмәттәшебеҙ, Рәсәй-Башҡортостан каналы алып барыусыһы Елена Сергунинаның да улы бар.1 сентябрь — 1-се класҡа барыусылар өсөн айырыуса тулҡынландырғыс мәл. Мәктәптә ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы яңы дуҫтар көтә, уҡытыусылар менән улар яңы белем, ҡыҙыҡлы шөғөлдәр үҙләштерәсәк.Быйыл 16-сы гимназияның беренсе класына 200-ҙән ашыу бала килә. Барлығы бында 1 мең 740 уҡыусы белем ала. Уҡыу йорто инглиз телен тәрән өйрәнеү буйынса киң танылыу алған.Гимназия уҡыусыларын республика башлығы ла белем байрамы менән ҡотланы. Уларға уҡыуҙарында уңыштар, тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшеүҙәрен теләне.Рөстәм Хәмитов сығарылыш класс уҡыусыларына асыҡ дәрес тә уҙғарҙы. Егет һәм ҡыҙҙар республика башлығы биргән ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап эҙләне, үҙҙәре лә фекерҙәрен еткерә алды.Башҡортостан башлығы гимназия эше менән дә танышып сыҡты. Бар бүлмәләр ҙә уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙер, уҡыу йортоноң матди-техник базаһы ла яҡшы. Быйыл 465 мең уҡыусы парта артына ултыра. Былтырғыға ҡарағанда уҡыусылар һаны 13,5 ярымға артығыраҡ.... Шулай уҡ бөгөн өфөлә өс яңы мәктәп асыла, ул бөгөн малай-ҡыҙҙарҙы ҡаршы алырға әҙер.
Республика етәксеһенән асыҡ дәрес
Тулыраҡ: Республика етәксеһенән асыҡ дәрес