Рәсәйҙең оборона министрлығы Америка етәкселегендәге террорға ҡаршы коалицияны Сүриәлә террорсыларҙы яҡлауҙа ғәйепләне. Америка сигенеүсе террорсыларға ут асыуҙан баш тартып, үҙ биләмәһендә көс тупларға мөмкинлек бирә, тип белдергән Рәсәйҙең оборона министрлығы вәкиле.
Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте Мәскәү өлкәһендә “Тәблиғи Джамаат” экстремистик ойошмаһының 69 етәксеһен һәм бер-нисә ағзаһын ҡулға алған. Был бүлексәгә Үҙәк Азия кешеһе етәкселек иткән. Рәсәй Юғары судының 2009 йылдағы ҡарары менән “Тәблиғи Джамаат” экстремистик ойошма тип табылған һәм беҙҙең илдә уның эшмәкәрлеге тыйылған.
Украинала власть бүлешәләр. Саакашвили ил президенты Поршенкоға “халыҡ импичменты” менән янай. Ошо сәбәпле үткәрелгән ҡаршылыҡ акцияһында кәм тигәндә 400 кеше ҡатнашҡан. Михаил Саакашвили яҡлылар 3 декабргә тиклем импичмент һәм коррупцияға ҡаршы судтар тураһында закон ҡабул итеү талабын ҡуя.
Ҡытайҙа виртуаль ысынбарлыҡ паркын асырға әҙерләнәләр. 13 мең квадрат метрҙы биләгән майҙанда кинотеатрҙар, аттракциондар, музейҙар, концерт майҙансыҡтары һәм белем биреү комплекстары урынлашасаҡ. Уларҙың барыһын да виртуаль ысынбарлыҡ темаһы берләштерәсәк.
Пакистанда эскелеккә ҡаршы етди көрәш башланған. Хакимиәттәр хәҙер илгә ситтән контрабанда юлы менән индерелгән спиртлы эсемлектәрҙе каток ярҙамында юҡ итә башлаған.
Рәсәйҙең билдәле альпинисы һәм бейсджамперы Валерий Розов Непалда һәләк булған. Ул Гималайҙағы Ама-Даблам тауынан һикергәндә һәләкәткә осраған. 52 йәшлек спортсы былтыр 7 мең 700 метр бейеклектән һикереп донъя рекорды ҡуйғайны.