Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй һәм Венесуэла Каракастың Мәскәүгә 3 миллиард 15 миллион долларлыҡ бурысын ҡайтанан ҡарап сығыу тураһындаға килешеүһе имзаланы. Шулай итеп, халыҡ-ара финанс ойошмалар баҫымына эләккән илдәр өсөн Рәсәй ярҙам ҡулы һыҙыусы илдәр сафына баҫты.

Рәсәй хәрби-космос көстәренең алты бомбардировщигы Сүриәнең Дейр-эз-Зорра виләйәтендә “Ислам дәүләте” террорсыларын утҡа тотто. Рәсәй авиацияһы террорсыларҙың терәк пункттарын, бронетехникаһын юҡ иткән.

Грецияның Аттика ҡалаһын да һыу баҫҡан. Туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар сәбәпле яр буйында урынлашҡан Мандра, Мегара, Неа-парамос ҡалалары ла һыу аҫтында ҡалған. 15 кеше һәләк булған. Илдә матәм көнө иғлан ителгән.

Ҡытайҙың милли нефть-газ корпорацияһы Рәсәйҙән Дарцинға нефть үткәргестең икенсе сиратын төҙөп бөтөүе тураһында иғлан итте. Яңы магистралдең оҙонлоғо 942 саҡырым. Уның аша йылына 15 миллион тонна нефть ҡыуып була.