Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Америка дәүләт департаменты Төнъяҡ Кореяға баҫым яһау өсөн 12 миллион доллар бүлә. Был аҡсаларҙы диңгеҙҙә йөктәр ташыуҙы, сауҙа операцияларын күҙәтеүгә алыуға тотоноу ҡарала. Вашингтон Пхеньяндың контрагенттары менән дә хеҙмәттәшлекте нығытырға ниәтләй.

Рәсәйҙең күп функциялы радиолокацион күҙәтеү авиация комплексы һынау үтте. Икенсе төрлө уны “Осоусы радар” тип тә атайҙар. Ул ИЛ хәрби-транспорт самолеты нигеҙендә эшләнгән һәм авиация менән идара итә ала. Бынан тыш, көслө радарҙар ярҙамында дошман самолеттарын, караптарын тиҙ арала табыу һәләтенә лә эйә.

Рәсәйҙең ТУ-22 самолеттары Сүриәлә “Ислам дәүләте” позицияларын тағы ла бер тапғыр утҡа тотто. Һөҙөмтәлә бик күп террорсылар, уларҙың техникаһы һәм ҡоралы юҡ ителгән, тип хәбәр итә Рәсәйҙең оборона министрлығы.

Владивостокта көслө ҡар яуғандан һуң килеп тыуған хәлде пилотһыҙ осҡос төшөрөп алған. Ҡалала бер-нисә сәғәттә генә йөҙләгән авария теркәлгән. Әле прокуратура көслө ҡар эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн яуаплы органдарҙың эшмәкәрлеген тикшерә башлаған. Айырым етәкселәр яуапҡа тарттырылыуы ла ихтимал.