Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • БМО-ның именлек шураһы гуманитар операция үткәреү өсөн Сүриәлә 30 көнгә утты туҡтатыу тураһында резолюция ҡабул итте. Был террор төркөмдәренә ҡаршы хәрби операциялар үткәреүгә ҡағылмай.
  • Уҡыусылар менән осрашыу ваҡытында Америка президенты уҡытыусыларға ҡорал бирергә тәҡдим иткән. Парклендтағы мәктәптә атыштан һуң 17 кеше һәләк булғас, уҡыусылар һәм студенттар илдә ҡорал һатыуҙы ҡаты контролгә алыуҙы талап итә.
  • Гроднола өлкәһендә тракторҙарҙа биатлон үткән. Байрамды ойоштороусылар ҡом-таш карьерындағы ауыр трассаны уңышлы үткән. Винтовка урынына улар пейнтбол ҡоралын ҡулланған.
  • Иркутск өлкәһендә “Байкалда йәшә” тигән фестиваль асылған. Ҡунаҡтарҙы йәрминкә һәм оҫталыҡ дәрестәренән тыш йөрәк формаһында эшләнгән каток та көтә. Боҙ скульптуралары фестивале “2018 йыл-Байкалда мөхәббәт йылы” девизы аҫтында үтә.