- Рәсәйҙең оборона министрлығы күнекмәләр ваҡытында гипер тауышлы “Кинжал” авиация-ракета комплексын һынап ҡараны. Яңы төр ҡорал һынауҙы уңышлы үткән, тип хәбәр ителә.
- Сүриәлә бер-береһе менән һуғышыусыларҙы яраштырыу үҙәге офицерҙары үткәргән һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә 13 террорсы ҡорал ташлап гуманитар коридор буйлап Көнсығыш Гутанан сыҡҡан. Сүриә хөкүмәте автобустарында улар Идлиб виләйәтенә алып барылған.
- Ислам дәүләтен еңгәндән һуң Европа етди һынау алдында ҡалды. Боевиктар араһында йәшәгән үҫмерҙәр Ғыйраҡ һәм Сүриәнән Германияға, Франция һәм Бельгияға ҡайта башлаған. Францияла балаларҙы йәмғиәт тормошона ылыҡтырыу буйынса махсус программа эшләгәндәр. Белгестәр фекеренсә, психикаһы ҡаҡшаған, кеше үлемен күргән үҫмерҙәрҙең аңын үҙгәртеү Европа өсөн бик ҡыйбатҡа төшөүе ихтимал.
- Ерҙең яһалма юлдашы ярҙамында 2018 йылда донъя чемпионаты үтәсәк стадиондар йыһандан фотоға төшөрөлгән. Чемпионат Сочи, Ҡазан, Мәскәү, Санкт-Петербург, Дондағы Ростовта, Һамар, Екатеринбург, Калининград, Волгоград, Саранск һәм Түбәнге Новгород ҡалаларында үтәсәк.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре