Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Халыҡ-ара космос станцияһы экипажы ағзалары космонавт Антон Шкаплеров, астронавтар Скотт Тингл һәм Норишиге Канаи ергә әйләнеп ҡайтты. Уларҙы “Роскосмос” күрһәткән батырлыҡтары менән ҡотланы.
  • Берлиндың кафедраль ҡорамында атыш ойоштороусы ир яраланған. Полиция бинаны уратып алған. Яраланыусылар тураһында тулы мәғлүмәт юҡ.
  • Калининградта футбол буйынса донъя чемпионаты алдынан Рәсәй һәм Бразилия блогерҙарының иптәштәрсә осрашыуы үткән. Унда Ракель Бенетти туп менән уйнау оҫталығын күрһәткән.
  • Футбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһы Мәскәү өлкәһенең Новогорск стадионында күнекмә үткәргән. Унда киңәйтелгән исемлеккә ингән 28 спортсы ҡатнашҡан. Тренерҙар штабы донъя чемпионатында кемдәр уйнаясағын бөгөн билдәләргә тейеш. Иртәгә Рәсәй футболсылары Төркиә йыйылма командаһы менән иптәштәрсә осрашыу үткәрә.