- Рәсәй йыйылма командаһы Мысырҙың милли командаһын 3 кә 1 иҫәбенә еңде. Ошо уңайҙан илдең төрлө ҡалаларында көйәрмәндәр байрам ойошторҙо. Улар баш тренер Станислав Черчесовҡа һәм еңеүгә бар көсөн һалған футболсыларға рәхмәт белдерҙе.
- Бөйөк Британияның сит ил эштәре министры Борис Джонсон Ҙе Сан газетаһында Лондон Рәсәйҙәге футбол буйынса донъя чемпионатына бойкот иғлан итә алмай, сөнки был спортсыларға ҡарата ла, фанаттарға ҡарата ла ғәҙел булмаҫ ине , тип белдергән. Джонсон шулай уҡ инглиздар менән рустар араһында дуҫлыҡ хөкөм һөрөүен билдәләгән. Быға тиклем сәйәсмән Рәсәйҙәге турнирҙы нацист Германияһындағы олимпиада менән сағыштырғайны.
- Венгрия 25 процентлыҡ миграция һалымы индерә. Уны иммигранттарға ярҙам итеүсе хөкүмәткә ҡарамаған ойошмалар түләйәсәк. Ҡанундың үҙ көсөнә ҡасан инере билдәле түгел. Будапешт законһыҙ миграцияға ҡаршы көрәшкә киткән сығымдарҙы яңы һалым менән ҡапларға ниәтләй. Венгрияла бөгөн шулай уҡ “Сорос туҡта” закон проекты ла тауышҡа ҡуйыла.
- Ҡайҙан килдең шунда кит. Европа берлегенә килеүсе мигранттар кире үҙ илдәренә ебәреләсәк. Франция президенты Эммануэль Макрон һәм Германия канцлеры Ангела Меркель тиҙҙән берлектәге белдереү менән сығыш яһарға ниәтләй. Ике ил хөкүмәте вәкилдәре осрашыуында сығыш яһап Франция етәксеһе миграция мәсьәләһен тиҙ арала хәл итергә саҡырҙы.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре