- Таиландта мәмерйәнән ҡотҡарылған балалар дауахананан сығырға әҙерләнә. Тотҡондан өс көн дауамында сығарылған уҡыусыларҙың һаулығы яҡшырҙы һәм иртәгә улар йорттарына ҡайтасаҡ, ти табиптар. Балалар, үҙ сиратында ҡотҡарыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Уларҙың берһе — Саман Кунандың һыу аҫтында һауа етмәйенсә һәләк булыуын белгәс, үҫмерҙәр күҙ йәштәрен дә тыя алманы. Улар ғүмерен ҡотҡарып, батырҙарса һәләк булған 38 йәшлек ирҙең портретында “яҡшы һәм изгелекле кеше” булып үҫеүҙәрен вәғәҙәләп, үҙҙәренең ҡултамғаларын ҡуйған.
- Президенттан президентҡа. Хельсинкилағы матбуғат конференцияһында Владимир Путин Дональд Трампҡа футбол тубы бүләк итте. “Хәҙер туп һеҙҙең яҡта. Өҫтәүенә, 2026 йылда футбол буйынса донъя чемпионаты Америка Ҡушма штаттарында үтәсәк,” тине Рәсәй президенты. Америка башлығы, үҙ сиратында, рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, был сараны Рәсәй кеүек юғары кимәлдә ойошторорға тырышасаҡбыҙ тип вәғәҙәләне.
- Донъяның ҙур компанияларҙың береһендә хеҙмәткәрҙәр өс көнлөк забастовка иғлан иткән. Улар хеҙмәт шарттарын яҡшыртыуҙы һәм эш хаҡының ғәҙел түләнеүен талап итә. Сөнки уларҙың эш ваҡытында хатта һыу эсергә лә ваҡыты юҡ, һыуһап интегәбеҙ, төрлө йәрәхәттәр алабыҙ, ти эш ташлаусылар. Әммә компания вәкилдәре был ғәйепләүҙәрҙе кире ҡаға.
- Япония менән Европа союзы бер-береһенә яҡыная. Меңдәрсә километр – ирекле һатыуға ҡаршылыҡ түгел, ти улар. Дүрт йыл һөйләшеүҙәрҙән һуң Брюссель менән Токио уларҙың финанс-иҡтисади мөнәсәбәттәрен яҡшыртыусы килешеүгә ҡул ҡуйырға әҙер. Ул таможня ҡаршылыҡтарын бөтөрөүгә лә булышлыҡ итәсәк.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре