Донъяның матурлығы уны күрә белгән күҙҙәрҙә сағыла, — тиҙәр. Ә беҙ өҫтәр инек, — шул матурлыҡты күрә белгән һәм башҡаларға күрһәтергә ынтылған кешеләрҙә, — тип. Ижад кешеһенең йәшәү һәм эшләү маҡсаты шул түгелме? Бигерәк тә ижад һәм хеҙмәт тигән ике оло төшөнсәне бер ыңғай алып барған шәхестәр был хаҡта яҡшы белә.
Башҡортостандың халыҡ шағиры, "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина хеҙмәт һәм ижад араһында һорау билдәһен түгел, ә ҡушыуҙы ҡуя. Ике төшөнсә бер-береһен тулыландыра, байыта.
"Балалар журналында эшләй башлағас, мин үҙем дә үҙгәрҙем. Балаларса уйлап, кескәйҙәргә оҡшарҙай әйбер яҙырға, уларҙы ҡыҙыҡтырырҙай, мауыҡтырырҙай бәләкәй генә ижад емеше булдырыу ҙа күңелде йылыта. Ә уларҙы таусирлаған һүрәттәр үҙе ни тора! Беҙҙең рәссамдар ысын талант эйәләре, иллюстраторҙар!" – тип эшенең нескәлектәрен нескә тоя ул.
Лариса Хашим ҡыҙы менән шиғриәт тураһында ла һөйләшеп алдыҡ. Уңайы ла бар – 21 март – халыҡ-ара шиғриәт көнө. Башҡорт заман шиғриәте, йәштәр ижады, темалар тәрәнлеге – барыһына битараф ҡалмай журнал мөхәррире. Тапшырыуҙың яҙмаһын һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ.







