Төрлө ҡитғаларҙа көн иткән милләттәштәребеҙ, башҡорт телен үҙ иткән башҡа халыҡтар вәкилдәре башҡорт теленән белемен тикшерә. Диктант яҙасаҡбыҙ 17-се апрелдә. Уҙған йылдағы сарала 405 мең кеше ҡатнашһа, быйыл бәлки, ярты миллиондан күберәк булырбыҙ. Яҙма эш һәм уның тәртибе тураһында барасаҡ был шишәмбе һөйләшеүе.
Студиябыҙ ҡунағы — Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире, педагогия фәндәре кандидаты Сәлимә Таһирова.







