Хәйерле иртә, Республика! - 26.04.2024 Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 26.04.2024 Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант

Бөгөн беҙ һеҙҙе республикабыҙҙың мөһим сараһы тураһында һөйләшеүгә саҡырабыҙ. Уны башҡорт телендә һөйләшкән, башҡорт телен өйрәнгән һәм яратҡан һәр кем түҙемһеҙлек менән көтөп ала.

27-се апрель башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙасаҡбыҙ. Мәртәбәле проекттың бөтә нескәлектәре тураһында хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙ - Өфө фән һәм технологиялар университеты профессоры, башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы белгесе Гүзәлиә Исхаҡова һөйләй.