26-28 апрелдә башҡорт теленән халыҡ-ара диктант башлана. Телһөйәрҙәр, илһөйәрҙәр, белемен һәм мәҙәниәтен арттырырға ынтылыусыларҙы берләштергән сараның быйылғы үҙенсәлектәре хаҡында "Өфө уттары" тапшырыуында әңгәмә барҙы.
Студия ҡунағы - Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының йәмәғәтселек менән бәйләнеш белгесе Миңзәлә Асҡарова.