Хәйерле иртә, Башҡортостан! - 01.09.2026 Мәктәп ҡағиҙәһе

Көҙ миҙгеле генә түгел, ә яңы уҡыу йылына ла старт бирә бөгөнгө шишәмбе.
  • Хәйерле иртә, Башҡортостан! - 01.09.2026 Мәктәп ҡағиҙәһе
2026-сы йылдың йәйенә лә йомғаҡ яһаныҡ. Көҙгә өмөтөбөҙ бар. Беҙ генә түгел, ә Башҡортостанда ярты миллион, Рәсәйҙә яҡынса 18 миллион бала был уҡыу йылын тик бишкә генә тамамларына өмөтләнә. Сабыйҙар өмөтөн һүндермәйек. Уларға былай ҙа ҡатмарлы. Ни тиһәк тә, ғилем эстәү – энә менән ҡойо ҡаҙыуға тиң. Бөгөнгө һүҙебеҙ мәктәп тормошона бәйле булыр.
Студиябыҙ эксперты – педагогика фәндәре кандидаты, психолог Гөлсәсәк Сибаева. Тап уның менән "бала һәм мәктәп" тигән төшөнсәгә аныҡлыҡ индерәбеҙ.