Республиканың мәғариф системаһы яңы уҡыу йылына әҙерләнә, дөрөҫөрәге, был тармаҡ беренсе сентябрҙе ҡаршылай тиһәк тә була. Ярты миллионға яҡын бала, тиҫтәләгән мең мөғәллим өсөн йылдың иң яуаплы осоро башлана. Ауыр һынауҙар, яңы үрҙәр көтә уҡыусыларҙы ла, уларҙың остаздарын да. Әммә улар бирешмәҫ, һынтамаҫ, тип ышанайыҡ. Бөгөнгө һүҙебеҙ республиканың белем биреү системаһына арналыр.
Был иртәлә студияла — республиканың фән һәм мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева.







