Мәктәп – ул балаларҙың уҡыу урыны ғына түгел, ә йәмғиәтебеҙҙең төп мәҙәниәт үҙәге лә. Тап ошондай фекерҙә студияның бөгөнгө ҡунаҡтары.
Өфөлә урынлашҡан уникаль шәхси мәктәптәрҙең береһе беҙҙә ҡунаҡта. Ә дөрөҫөрәге уның директоры Тимур Нәҙершин һәм уҡытыусы Зөлфиә Әхмәтйәнова.
Хәйерле иртә, Республика! - 16.02.22 Белем тауҙарына артылып
Өфөлә халҡыбыҙ мәҙәниәтенә, тормош ҡиммәттәренә таянып, һәр уҡыусыға индивидуаль ҡараш тәҡдим иткән шәхси мәктәп бар. Уның эшмәкәрлеге менән яҡыныраҡ таныштырырбыҙ.