Программаға теүәл 5 йыл. Ошо осорҙа йөҙәрләгән тура эфир, меңәрләгән эксперт һәм миллионлаған тамашасы. Өфө, уның яҙмышы, баш ҡала тормошо, социаль инсфруструктура, транспорт тармағы, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе, мәғариф һәм мәҙәниәт системаһы. Был һорауҙар һәр даим һәм көнүҙәк булып, уларға яуаптарҙы бергә эҙләнек. Урамдарҙы яңыртыу, юлдарҙы ремонтлау. Был һорауҙар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Тамашасыларҙың үтенесе һәм мөрәжәғәтәтрен хәл итеүҙә тапшырыуҙы алып барыусылар, хәбәрселәбереҙ туҡтамай эшләне.
Ниндәй маҡсаттар һәм ниндәй һөҙөмтәләр менән килә үҙенең 5 йәшенә "Өфө ваҡыты" тапшырыуы?
Студияла ҡунҡта, хеҙмәттәштәрбеҙ — "Башҡортостан 24" муниципаль телевидение каналы етәксеһе Рәмзит Әбүляев, "Башҡортостан 24" муниципаль телевидение каналы продюсеры Лариса Вәхидова.







