Хәйерле иртә, республика! - 10.11.20 Республикаға ҡош киҙеүе ҡурҡынысы янай

Смотрите выпуск Хәйерле иртә, республика! - 10.11.20 Республикаға ҡош киҙеүе ҡурҡынысы янай
Хәйерле иртә, республика! - 10.11.20 Республикаға ҡош киҙеүе ҡурҡынысы янай

Ер шарында 10 мең төрҙән ашыу ҡош бар. Киҙеүҙе тыуҙырған H5N1 вирусы бынан 130 йыл элек Италияла табыла. Аҙаҡ Көньяҡ-Көнсығыш Азия, Европа, Африкала асыҡлана. Сирҙең ун төрө бар. Уны күсмә ҡоштар тарата. Вирус төрлө шартҡа яраҡлаша, 50 тәүлек буйына һаҡлана ала. Ҡоштар таратҡан киҫкен ауырыуҙан аш һеңдереү, тын алыу органдары зыян күрә. Был – тиҙ таралыусан вируслы сир, уның менән ауыл хужалығы ҡоштарының бөтәһе лә ауырый. Инфекцияның хәүефе шунда: ул ҡотолғоһоҙ үлем осрағына килтерә һәм бик тиҙ тарала. Инфекцияның клиник билдәләре: ашауҙан баш тартыу, тән температураһының күтәрелеүе, ҡоштарҙың ҡырылыуы.

Тулыраҡ мәғлүмәт, һорауҙарға ентекле яуаптарҙы Башҡортостандың ветеринария идаралығы етәксеһе Азат Салауат улы Йыһаншин менән әңгәмәнән белербеҙ.