Иҡтисади Башҡортостан - 24.08.2023 Ҡош киҙеүе

Быйыл был мәкерле сир Башҡортостанды ла урап үтмәне.
  • Иҡтисади Башҡортостан - 24.08.2023 Ҡош киҙеүе

Ҡош киҙеүе. Авдон ҡошсолоҡ фабрикаһы ошо арҡала тулыһынса тиерлек юҡ ителде. Белгестәр тиҙ арала киҙеү усағын ҡамап алып, Өфө районында карантин иғлан ителде һәм Башҡорт ҡошсолоҡ фабриаһына яҡын-тирәләге биләмәләрҙә ҡоштарҙы вакцинациялауҙы башланы. 2023 йылда Рәсәйҙең 30-лап төбәгендә ҡош киҙеүенең 66 осрағы теркәлгән, шуларҙың 18-е Волга буйы федераль округында.

Әле хәлдең нисек булыуы тураһында һөйләшеү өсөн студияға ветеринария буйынса төбәк дәүләт комитетының бүлек етәксеһе Линар Йыһаншиндә саҡырҙыҡ.