Иҡтисади Башҡортостан - 25.11.21 Ҡош киҙеүе һәм уның таралыу хәүефе

Төп хәүеф - синантроп ҡоштар, йәғни беҙҙең эргәлә йәшәгән ирекле ҡанатлылар. Улар вирусты таратыуы ихтимал.
Иҡтисади Башҡортостан - 25.11.21 Ҡош киҙеүе һәм уның таралыу хәүефе
Ҡош киҙеүе... Быйыл был мәкерле сир Башҡортостанды ла урап үтмәне. Октябрь башында Туймазы районындағы “Алтын ҡаҙ” хужалығында табылды, йәмғеһе 10 мең баштан күберәк ҡош-ҡорт яндырып юҡ ителде. Ошо көндәрҙә сир йәнә баш ҡалҡытты. Был юлы Благовар районында. Сирҙең артабан таралыуын сикләү өсөн 100 мең башҡа яҡын ҡошто ҡорбан итергә тура килде.
Тынысланырға сәбәп юҡ, сөнки сир артабан да таралыуы ихтимал. Төп хәүеф — синантроп ҡоштар, йәғни беҙҙең эргәлә йәшәгән ирекле ҡанатлылар. Улар вирусты таратыуы ихтимал. Ҡош ауырыуы булһа ла, уны кеше өсөн дә хәүефе бар. Ауырыу ҡошто эшкәрткән ваҡытта сирләп китергә мөмкин.
Ҡош киҙеүе, уның таралыу хәүефе, республикалағы әлеге эпидемиологик хәл, сирҙең кеше һаулығы өсөн хәүефе хаҡында алдағы ярты сәғәттә һөйләшербеҙ. Студиябыҙ ҡунағы – Республика ветеринария идаралығыныү бүлек етәксеһе Линар Йыһаншин.