Башҡортостандың Мәғариф һәм фән, Мәҙәниәт министрлыҡтары, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡорт дәүләт университеты һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы милләттәштәребеҙҙе был шәмбелә, 23 апрелдә, башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙа ҡатнашырға саҡыра. Сараны ойоштороу тураһында тел белгесе, профессор, филология фәндәре докторы, БДУ-ның башҡорт филологияһы, журналистика һәм шәрҡиәт факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина менән әңгәмә ҡорабыҙ.
Хәйерле иртә, Республика! - 20.04.22 Башҡорт телендә һөйләшәм, уҡыйым, яҙам!
23 апрелдә Өфөлә башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант яҙыу сараһы ойошторола.