Хәйерле иртә, Республика! - 13.09.2022 Ғәскәровсылар 83-сө ижад миҙгеленә әҙер!

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 13.09.2022 Ғәскәровсылар 83-сө ижад миҙгеленә әҙер!

Бейеүһеҙ йәшәү бөтөнләй күңелһеҙ. Бөгөнгө тапшырыуҙы позитив фекерҙәрҙә булып, бейеү тураһында һөйләшеп үткәрәйек.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле 83-сө ижад миҙгелен асырға әҙерләнә. Коллектив тулыһынса әҙер. Студия ҡунағы — ансамблдең яңы директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәзир Байегетов.