Хәйерле иртә, Республика! - 21.10.2022 Фәйзи Ғәскәровтың тыуыуына 110 йыл

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 21.10.2022 Фәйзи Ғәскәровтың тыуыуына 110 йыл

Бөгөн, 21 октябрҙә, беренсе башҡорт профессиональ хореографы, балетмейстер Фәйзи Ғәскәровтың тыуыуына 110 йыл. Уның исеме башҡорт бейеү сәнғәтенә алтын хәрефтәр менән яҙылған һәм ҡасандыр үҙе ойошторған һәм етәкләгән коллективынан айырылығыһыҙ. Бөгөн Фәйзи Ғәскәровтың исеме республиканың профессиональ бейеү сәнғәте үҫеше символы булып тора. Данлыҡлы балетмейстер ҡуйған бейеүҙәрҙе белмәгән, күреп тә, һоҡманмаған кеше юҡтыр. Фәйзи Әҙеһәм улының ижады Башҡортостандың ғына түгел тотош Рәсәй бейеү мәҙәниәтенең йөҙөк ҡашы, бренды булып тора. Хөрмәтле тамашасыларыбыҙ Фәйзи Ғәскәровтың ижад юлын, булмышын ул үҙе нигеҙ һалған һәм етәкләгән ансамбелдән тыш күҙ алдына килтереп булмай.

Шуға ла, бөгөн беҙ студиябыҙға Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солистарын - Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Айбулат Баһаүетдинов һәм Эльвира Муллағолованы саҡырҙыҡ.