Башҡортостандың Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле 11 мартта Кремль һарайында бик бай һәм сағыу программалы тамаша менән сығыш яһаясаҡ. Тап 1939 йылдың 11 марты коллективтың тыуған көнө тип иҫәпләнә. Был көндө Фәйзи Әҙеһәм улы Ғәскәров хәҙер уның исемен йөрөткән Башҡорт дәүләт бейеү ансамбленең художество етәксеһе итеп тәғәйенләнгән. Кремль һарайында ансамблдең 85 йыллыҡ юбилейына арналған концерт үтәсәк.
Ошо сара тураһында ентекләберәк Башҡортостандың атҡаҙанған артистары, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солистары Регина Кәбирова һәм Хәбир Аралбаев "Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуында бәйән итте.