Хәйерле иртә, Республика! - 13.05.20204 Берәүҙән – 10!

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 13.05.20204 Берәүҙән – 10!

Башҡортостанда техник культуралар менән бер рәттән йәшелсә-емеш сәсеү, картуф ултыртыу башланды. Көндәрҙең сағыштырмаса һалҡын булыуына ҡарамаҫтан, был эшкә айырым иғтибар. Иң мөһиме, ваҡытты юғалтмау. Тағы бер бурыс, республика ширҡәттәре Башҡортостанда сығарылған сорттарға өҫтөнлөк биреүендә.

Башҡортостан өсөн бөгөн ниндәй сорттар ҡулайлыраҡ һәм республика ғалимдары был йәһәттән ниндәй эш алып бара.

Студия ҡунағы - "Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге" учреждениеһының етештереү бүлеге мөдире Гөлдәр Сибәғәтуллина менән әңгәмә ошо турала барасаҡ.