Башҡортостан хужалыҡтары картуф ултыртырға әҙерләнә. Республиканың тиҫтәләгән райондарында "икенсе икмәк" плантациялары — ҙур уңыш биреүсе майҙандар.
Башҡортостан тап үҙе өсөн генә айырым сорттар сығара аламы, ситтән картуф орлоғо ҡайтарырға кәрәкме? Шәхси хужалыҡтар өсөн ниндәй картуф иң уңайлыһы? Бөгөнгө һүҙебеҙ ошо турала бара.
"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы эксперттары — Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге Башҡортостан идаралығының етештереү бүлеге етәксеһе Гөлдәр Сибәғәтуллина һәм Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге Башҡортостан идаралығының әйҙәүсе агрономы Ләйсән Мөхәмәтҡолова.