Иҡтисади Башҡортостан - 17.04.2025 Картуф уңһын, тиһәң

Картуф уңһын тиһәң.
  • Иҡтисади Башҡортостан - 17.04.2025 Картуф уңһын, тиһәң
Икенсе икмәк, витаминдар һәм организм өсөн кәрәкле бай микроэлементтар сығанағы. Һүҙембеҙ ябай картуф тураһында. Өҫтәлдә икмәк менән йәнәш урын алған аҙыҡтың муллығына нигеҙ яҙҙан һалына, ергә ваҡытында сәсеү, орлоҡто әҙерләү, түтәлдә тәрбиәлә — һәм башҡалары.
Картуф баҡсаларын сәсеүгә әҙерләр, орлоҡҡа ҡалдырылған картуфтарҙы шыттырыр, ерҙе ашлар мәшәҡәттәр етте. Иртә килгән яҙҙы иҫәпкә алып сәсеүҙе башлар көндө лә белеп эш итеү хәйергә булыр ине.
Студиябыҙ ҡунағы - Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге Башҡортостан идаралығының етештереү бүлеге етәксеһе Гөлдәр Сибәғәтуллина.