Көнсығыш календары буйынса киләһе йылға йәшел ағас йылан хужа. Был йылды ҡаршылағанда өҫтәлдә нимәләр булырға тейеш. Яңы йыл байрамын ниндәй кейемдә ҡаршыларға. Был һорауҙарға яуапты беҙҙең ҡунаҡтарыбыҙ белә. Стилист Лилиә Мәхмүтова менән диетолог Гөлнур Күскилдина сәләмләйбеҙ.
Быйыл күптәрҙең көтөп алған "Терра-ҡыш" фестивале Өфө халҡына һәм ҡунаҡтарға нимәләр әҙерләй, Ҡыш бабайҙы ҡайҙа барып күрергә була. Беҙҙең ҡунағыбыҙ — "Терра ҡыш" фестивален ойоштороу комитеты ағзаһы Заһир Ҡотлосурин ошо һәм башҡа һорауҙарыбыҙға яуап бирергә әҙер.