Программаның кесаҙна сығарылышы тамашасыларға үҙенсәлекле бүләк булды. Тура эфирҙа барған һөйләшеүҙә ҡотлауҙар, сәләмдәр ҡабул ителеп, тамашасылар республиканың төрлө ҡала-райондары майҙандарында ҡуйылған шыршылар, боҙҙан эшләнгән һындар фотоһүрәттәрен ебәрҙе. Иң ҡыҙыҡлы видеояҙмалар авторҙарына Башҡортостан телевидениеһының 65 йыллығына арнап сығарылған бүләктәр тапшырылды.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.
Яңы йыл мөғжизәләр мәле
“Башҡортостан 24” телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуы йыл йомғаҡтарын барланы.