Хәйерле иртә, Республика! - 30.12.2025 Яңы йылды ҡаршылап!

"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 30.12.2025 Яңы йылды ҡаршылап!

Тағы бер көндән яңы йылды ҡаршылайбыҙ. Рәхмәт һиңә, 2025-се йыл. Юғалтыуҙар, һағыштар булһа ла, 2026-сы йылға өмөтөбөҙ, ышанысыбыҙ ҙур. Моғайын да, тыныслығы, шатлығы һәм бәхетен мул өләшер йылҡы йылы. Ә әле иһә беҙҙе мөғжизәле байрам төнө көтә.

Студиябыҙ ҡунаҡтары — Башҡортостандың Милли музейының ғилми сәркәтибе Айгөл Ҡужахмәтова һәм фуд-блогер, милли аш-һыуҙы пропагандалаусы Зөбәржәт Утарбаева.