Бөгөн ҡояш байыу менән тәүге тәрәүих намаҙҙары ҡылына. Рамаҙандың беренсе көнө кесаҙнаға тура килә. Теүәл ай дауамында, Мөхәммәт Пәйғәмбәр өммәтенән булғандар көндөң яҡты мәлендә ашау-эсеүҙән, насар уй һәм ҡылыҡтарҙын тыйылырға тейеш. Ураҙа Ғәйете 20-се мартҡа тура килә, был көн Башҡортостанда байрам булараҡ билдәләнә.
Студия ҡунағы – "Ихлас" мәсете хәҙрәте Афзалетдин Сафин менән әңгәмә Ураҙа айы тураһында.







