Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 05.02.2025 Йылдың солтаны - Рамаҙан айы үҙенсәлектәре

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 05.02.2025 Йылдың солтаны - Рамаҙан айы үҙенсәлектәре

Рамаҙан айы – йылдың солтаны, бөтә айҙарҙың әфәндеһе, тиҙәр. 2025-се йылдың 28 февраленән һуң, Ҡояш байыу менән бар мосолман донъяһы изге Рамаҙанға аяҡ баҫты. Быйыл ул 1-се марттан алып 29-на тиклем дауам итеп, Ураҙа Ғәйете менән тамамланасаҡ.

Күңелдәрҙе таҙартырҙай, йөрәктәрҙе балҡытырҙай, рухыбыҙҙы нығытырҙай, шул уҡ ваҡытта әҙәм балаһының үҙ-үҙе һәм Аллаһы тәғәлә алдында ихтыяр көсөн һынарҙай, нәфселәребеҙгә ҡаршы тора алырҙай матур ҙа, етди лә Рамаҙан айының үҙенсәлектәре, үҙҙәрен мосолман тип һанаған ҡәрҙәштәребеҙ өсөн ураҙа тотоу ҡағиҙәләре, намаҙ уҡыу нескәлектәре тураһында һөйләштек.

"Өфө уттары" тапшырыуында башҡаланың "Ихлас" мәсетенән Афзалетдин хәҙрәт менән әңгәмә ҡорҙоҡ.