28-се февралдә, ҡояш байығас, бар айҙарҙың солтаны булған изге Рамаҙан айы башлана. Был мәлде донъя мосолмандары оло һөйөнөс менән көтә, кисен мәсеттәргә килеп беренсе тәрәүих намаҙын уҡыясаҡ.
Рамаҙан айы ниғмәттәре, Ураҙа тотоу, уның ҡағиҙәләре турһаһында бөгөн беҙ Өфө районының Булгаков ауылы мәсете имам-хатибы Нурмөхәмәт хәҙрәт Нуриев менән "Өфө уттары" тапшырыуының 26-сы февраль сығарылышында әңгәмә ҡорҙоҡ.