Иҡтисади Башҡортостан - 04.02.21 Күсемһеҙ милек баҙары яңылыҡтары

Смотрите выпуск Иҡтисади Башҡортостан - 04.02.21 Күсемһеҙ милек баҙары яңылыҡтары
Иҡтисади Башҡортостан - 04.02.21 Күсемһеҙ милек баҙары яңылыҡтары

Пандемия эҙемтәһендә эшһеҙлек артыуына, иҡтисадта хәлдәрҙең түбән төшөүенә ҡарамаҫтан йорт, фатир һатып алыусылар һаны арта ғына. Парадокс...
Күсемһеҙ милек баҙарындағы парадоксҡа тармаҡ белгестәре лә әле ышанып бөтә алмай булһа кәрәк. Пандемиялы, сикләүле 2020 йылда йорт-фатирҙарға ихтыяж ҙур булды. Шул уҡ ваҡытта хаҡтары үҫеше буйынса ун йыллыҡ рекорд яңырҙы, йыл аҙағына ул 15-20 процентҡа тиклем артып киткәйне. Хаҡ менән бергә артҡан ихтыяжға аңлатма ябай – дәүләт программалары. Ипотека ставкалары кәметелеү менән күптәр был форсаттан файҙаланып ҡалырға ашыҡты.
Ә программалар бихисап, кәм тигәндә йыл дауамында эшләйәсәк “Ғаилә ипотекаһы”, июль аҙағына тиклем оҙайтылған “Дәүләт программаһы”, унан ҡала иң түбән ставкалы “Ауыл ипотекаһы”. Быларҙың һәр береһен алдағы ярты сәғәттә тәфсирләп еткерербеҙ. Беҙҙә ҡунаҡта — күсемһеҙ милек өлкәһе белгесе Ләйсән Барлыбаева.