Иҡтисади Башҡортостан - 04.09.2025 Фатир алып булырмы?

Күсемһеҙ милек тармағындағы яңылыҡтар.
  • Иҡтисади Башҡортостан - 04.09.2025 Фатир алып булырмы?
Үҙәк банк киләһе аҙнала сираттағы ултырышын уҙғара, эксперттар төп ставканың һис шикһеҙ түбәнәйсәген фаразлай, хатта 2 процентҡа төшәсәк тигән фараздар ҙа ишетелә. Шулай ҙа ҡайһы берҙәр бындай оптимистик белдереүҙәрҙән тыйылып торорға ҡарар итә.
Әлбиттә, тарихи максимумдарға еткән процент ставкаларының быйыл йәй беҙ күнеккән 18 процентҡа тиклем түбәнәйеүе яҡшы күренеш.
Әммә, был әлегә халыҡҡа кредит юлларлыҡ мөмкинлектәр асмай. Ипотека һәм башҡа займдар әле лә күтәрә алмаҫлыҡ ҡиммәт. Уның ҡарауы ипотека тураһында әйткәндә, процент ставкаларының түбәнәйеү тенденцияһын күсемһеҙ милек баҙары оптимизм менән ҡабул итә. Йыл аҙағына хатта үҫеш булырына өмөт итә тармаҡ белгестәре. Алдағы ярты сәғәттә күсемһеҙ милек баҙары, уға дәүләттең финанс сәйәсәтендәге үҙгәрештәр тәъҫире, тармаҡтағы яңылыҡтар һәм үҙгәрештәр хаҡында һөйләшербеҙ.
Студиябыҙ ҡунағы — күсемһеҙ милек тармағы белгесе, беҙҙең даими эксперт Айгөл Фазылова.