Фатир йә йорт һатып алырға теләүселәр бөгөн өлгөрөп ҡалырға теләп сапһа, төҙөүселәр ажиотаждан файҙаланыпмы ташламалы, отошло тәҡдимдәрен һаранлап ҡына тәҡдим итә. Февралдән ғаилә ипотекаһы буйынса шарттар үҙгәрә, Үҙәк банк төп ставканы 16 проценттан артыҡ кәметергә йыйынмай, тимәк ябай ипотека бик ҡиммәткә төшә, ә төҙөүселәр яңы йылдан беренсел баҙарҙа тағы ла хаҡ артыуын вәғәҙәләй. Тотороҡһоҙ күсемһеҙ милек баҙарында көн дә тиерлек үҙгәрештәр күҙәтергә тура килә, уларҙы студиябыҙ эксперттары менән бергәләп сисергә һәм һорауҙарға аныҡ яуап табырға тырышырбыҙ.
Күсемһеҙ милек баҙары эксперттары Ғәлинур һәм Лилиә Байсыуаҡовтар беҙҙең һәм һеҙҙең һорауҙарға яуап бирҙе.







