Иҡтисади Башҡортостан - 04.04.2024 Күсемһеҙ милек баҙарында яңылыҡтар көтөлә

Күсемһеҙ милек баҙарында яңылыҡтар көтөлә.
  • Иҡтисади Башҡортостан - 04.04.2024 Күсемһеҙ милек баҙарында яңылыҡтар көтөлә
Быйыл йәй яңы торлаҡ алыуға дәүләт ипотека программаларын туҡтатырға һәм уны кире тергеҙмәҫкә. Үҙәк банк рәйесе Эльвира Нәбиуллинаның был белдереүе күсемһеҙ милек баҙарына бер аҙ шом һалды...Иҫке ауыҙҙан яңы һүҙ һатып алыусыларҙы ла, төҙөүселәрҙе лә борсой, сөнки төп ставканың 16 процентта ҡалыуын иҫәпкә алғанда ипотека 18 проценттан да кәм булмаясаҡ тигән һүҙ.
Үҙәк Банк пандемия алдынан ҡабул ителгән дәүләт программаларын туҡтатыу кәрәклеге хаҡында күптән әйтеп килә. Рәсәйҙең валюталар баҙарын көйләүсе органы беренсел һәм икенсел баҙарҙағы хаҡтарҙың айырмаһы үҫә барыуына борсолоу белдерә.
Күсемһеҙ милек баҙарын нимә көтә, ниндәй программалар юҡҡа сығыуы ихтимал, хаҡтарға ул нисек тәьҫир итер, ҡыҫҡаһы алдағы ярты сәғәттә быларҙың барыһын да асыҡларға тырышырбыҙ.
Студиябыҙ ҡунағы күсемһеҙ милек буйынса белгес Айгөл Шәһиева.