Иҡтисади Башҡортостан - 12.08.21 Хеҙмәт баҙарында бөгөн ниндәй белгестәргә ихтыяж ҙур?

Смотрите выпуск Иҡтисади Башҡортостан - 12.08.21 Хеҙмәт баҙарында бөгөн ниндәй белгестәргә ихтыяж ҙур?
  • Иҡтисади Башҡортостан - 12.08.21 Хеҙмәт баҙарында бөгөн ниндәй белгестәргә ихтыяж ҙур?

Башҡорторстанда уҙасаҡ Йәш һөнәрмәндәр милли чемпионаты былтыр Ҡазанда үткән донъя беренселегенән күләмлерәк һәм юғарыраҡ кимәлдә буласаҡ. Президент Владимир Путин Башҡортостанға эш сәфәре барышында WorldSkills Russiaға бәйле һорауға шулай тип яуап биргәйне. Өфө ҡабул итәсәк сараға ике аҙнанан әҙерәк ваҡыт ҡала.
25 августан 29-на тиклем Башҡортостан эшсе һөнәрҙәр үҙәгенә әүереләсәк. Ни тигәндә лә республиканың ғына түгел илдең мәғлүмәти киңлегендә Өфөләге йәш һөнәрмәндәр милли чемпионаты тураһында хәбәрҙәр етерлек була. Унда Рәсәйҙең 75 төбәгенән 3 меңләп ҡатнашыусы килеүе көтөлә. Конкурсанттар 105 һөнәри компетенция буйынса оҫталыҡта көс һынаша. Өфө был сараға етди әҙерләнде. Йәш һөнәрмәндәр паркында павильонлы конструкциялар ҡуйылды, унда кәрәкле ҡоролмалар урынлаштырылды. Әйткәндәй, ойоштороусылар билдәләүенсә, чемпионат ваҡытында ҡулланылған заманса станоктар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар республика һөнәри белем биреү учреждениеларына ҡаласаҡ.
Башҡортостан урта һөнәри белем биреү йорттарында абитуриенттар ҡабул итеүҙең ҡыҙған мәле. Алдағы ярты сәғәттә барасаҡ әңгәмәне анонслап шуны әйтергә кәрәк. Һуңғы йылдарҙа Республика училище, колледждарында эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж артыуы күҙәтелә. Ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса конкурс ВУЗ-дарҙағынан да юғары, бер урынға 20-30 кешегә тиклем барып етә. Хеҙмәт баҙарында бөгөн ниндәй белгестәргә ихтыяж ҙур һәм ни өсөн “аҡ яғалылар” кәмей бара?
Был хаҡта Өфө архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжы директоры Булат Биктимеров һәм Башҡорт агросәнәғәт колледжы директоры Рифат Бикҡолов менән һөйләшәбеҙ.