Иҡтисади Башҡортостан - 07.10.21 Республика аграрийҙарының көнитмеше

Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов студиябыҙҙың бөгөнгө ҡунағы. Аграр тармаҡ хаҡында булыр алдағы ярты сәғәттә барасаҡ әңгәмә.
  • Иҡтисади Башҡортостан - 07.10.21 Республика аграрийҙарының көнитмеше

Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов студиябыҙҙың бөгөнгө ҡунағы. Аграр тармаҡ хаҡында булыр алдағы ярты сәғәттә барасаҡ әңгәмә.
Йәкшәмбе ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Байрам йолаһы маҡтау һәм ҡотлау, әммә был юлы түгел. Бөгөнгө һөйләшеү эшлекле йүнәлешле булыр. Башҡортостан аграрийҙары өсөн ауыр йыл. Ҡоролоҡ буйынса быуатлыҡ рекордтарҙы яңыртҡан йәй бигерәк тә үҫемлекселек тармағы өсөн ҡатмарлы килде, уның эҙемтәһе — ҡыш малсылыҡта ла сағылмай ҡалмаясағы мәғлүм, сөнки аҙыҡ запасы наҡыҫыраҡ быйыл. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса быйыл Башҡортостан хужалыҡтары ала алмаған килем, уны юғалтыу тип тә һанарға мөмкиндер, 35 миллиард һумға баһалана. Иген уңышы былтырғынан ике тапҡырға әҙерәк, шулай ҙа ул республика ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә. Былар хаҡында тәфсирләп алдағы минуттарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов менән һөйләшәбеҙ.