Ҡайҙа ашығаһығыҙ хаҡтар? Бөгөнгө теманы шаярыу ҡатыш етдилек менән һорау аша билдәләнем. Ҡиммәтләнеү тигәндә, күсемһеҙ милеккә, йорт, фатирҙарға хаҡтарҙың, арғымаҡ һыбайлағандай сабып, кинәт арта барыуын күҙ уңында тотам. Алдағы ярты сәғәттә уның сәбәптәрен дә, эҙемтә, фараздарын да барларбыҙ.
Рәсәйҙә 1 йыл эсендә фатир хаҡы 30 процент тирәһенә артҡан. Был үҙенә күрә тарихи рекорд. Ә бәлки антирекордтыр, һәр хәлдә йәшәр урыны булмаған, фатир йә йорт алырға теләгәндәр, бигерәк тә йәш ғаиләләр өсөн был яҡшы яңылыҡ түгел. Ә хаҡтар артыуын дауам итә...был тенденция тағы ла күпме дауам итерен әлегә аныҡ фаразлауы ҡыйын, ҡайһы бер эксперттар яңы йылға баҙарҙағы ажиотаж кәмер, хатта күсемһеҙ милек ҡабаттан осһоҙая төшөр тигән фекерҙә. Бәғзеләр үҫеш дауам итер тип уйлай.
Льготалы ипотека, төҙөлөш материалдарының ҡиммәтләнеүе күсемһеҙ милек хаҡтарының артыуына төп сәбәпсе. Мин был урында өсөнсө факторҙы ла билдәләп китер инем. Пандемия йәмәғәттә ҡурҡыу, шом һалып ажиотаж тыуҙырҙы. Йәғни күптәр иртәгәһе нимә булырын белмәйенсә фатир, йорт алырға тотондо. Аҡса үҙгәрһә лә күсемһеҙ милек бер ҡайҙа ла юҡҡа сыҡмай тигән логикаға нигеҙләнә.
Хаҡтар үҫеше Рәсәйгә генә түгел бөтә донъяға хас. Бер йылда бөтә күсемһеҙ милек уртаса 9 процентҡа артҡан. Быға пандемия һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән донъяуи иҡтисади көрсөк сәбәпсе тип билдәләй эксперттар. Хаҡтар йыл аҙағына ауыҙлыҡланыр тигән күҙаллауҙарға Өфө белгестәре ышанып етмәй, сөнки бында ихтыяж ҙур, ә тәҡдим юҡ. Яңы төҙөлә башлаған йорттар күптән һатылып бөткән. Сәбәптәрен тапшырыу дауамында асыҡларға тырышырбыҙ. Тура эфир телефондары һеҙҙең ҡарамаҡта, күсемһеҙ милеккә, йорт, фатир, ипотекаға бәйле һорауҙарығыҙ булһа шылтыратып белгескә еткерә алаһығыҙ. Студябыҙҙа ҡунаҡта күсемһеҙ милек баҙары эксперты, риэлтор Айгөл Ғимәҙиева.
Иҡтисади Башҡортостан - 14.10.21 Ҡайҙа ашығаһығыҙ, хаҡтар?
Смотрите выпуск Иҡтисади Башҡортостан - 14.10.21 Ҡайҙа ашығаһығыҙ, хаҡтар?







