Аграр республикала йәшәйбеҙ, үҙебеҙгә етерлек иген, йәшелсә, емеш-еләктең айырым төрҙәрен етештерәбеҙ. Хатта артҡанын сит төбәктәргә лә һатабыҙ, экспортҡа сығарабыҙ. Тик бына магазин кәштәләрендә ятҡан ниндәй генә продукцияны алма унда Башҡортостандыҡы тип яҙылғанды бик һирәк осратырға була. Баҡтиһәң, ҡулланыуға әҙер аҙыҡ-түлектең 80 проценты беҙгә ситтән индерелә икән. Ни өсөн? Сөнки беҙҙә эшкәртеү үҫешмәгән. Үҫтерәбеҙ ҙә шул килеш түбән хаҡҡа күмәртәләп ситкә оҙатабыҙ, шул уҡ тауар аҙаҡ күпкә ҡиммәтәйеп, матур ҡапҡа төрөлөп магазин кәштәләренә килеп ята.
Радий Хәбиров эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереү кәрәклеге хаҡында бынан йыл ярым самаһы элек ҡәтғи белдереүҙәр яһағайны, махсус бойороҡ менән программа ла ҡабул ителде. Дәүләт яғынан был әлбиттә ярҙам сараларын көсәйтеүҙе күҙ уңында тота. Тик был ярҙамдың һөҙөмтәле эшләп китеүе һәм адреслы башҡарылыуы зарур. Ошо көндәрҙә Премьер- министр Андрей Назаров төп өмөт кооперативтарға булыуы хаҡында белдерҙе. Хәҙер берләшеп эшләргә теләгән йүнселдәргә үҙ продукцияһын эшкәртеү өсөн ҡоролма алыуға грант биреләсәк. Был хаҡта алдағы ярты сәғәттә һөйләшербеҙ. Беҙҙең студияла ҡунаҡта — Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы ауыл хужалығы консультация үҙәге директоры Ирек Сакаев.
Иҡтисади Башҡортостан - 13.01.22 Төп өмөт - кооперативтарҙа
Хәҙер берләшеп эшләргә теләгән ауыл хужалығы йүнселдәренә үҙ продукцияһын эшкәртеү өсөн ҡоролма алыуға грант биреләсәк.