Бөгөн был һорауға яуапты тармаҡты яҡшы белгән эксперттар ҙа аныҡ аңларға теләйҙер. Сөнки, пандемия осоронда барлыҡҡа килгән ажиотаж, түбән ставкалы ипотекалар төҙөлөш тармағын артыҡ шаштырып ебәрҙе булһа кәрәк.
Үҙәк банк түбән ставкалы ипотекаларҙың киләсәктә иҡтисадҡа насар йоғонто яһауы ихтималлығын аңлап сикләүҙәр булдырырға ҡарар итте. Әйткәндәй, улар май аҙағынан ғәмәлгә инәсәк. Бынан ары нимә булыры билдәле — ипотека алыу ауырлаша, ти берәүҙәр. Икенселәр был сара бик урынлы булды, тип иҫәпләй. Сөнки, икесел баҙарҙа ла хаҡтар бер аҙ тигеҙләшер ине...
Күсемһеҙ милек баҙарындағы ниндәй хәлдәр һәм яңылыҡтар барын тармаҡ белгестәренең үҙҙәренән белешәйек. Студиябыҙҙа ҡунаҡта — күсемһеҙ милек баҙары эксперттары Айгөл Ғимәҙиева һәм Азамат Фазылов.