Санкцияларға ҡаршы тора алабыҙмы? Һорауҙарға яуапты бөгөн, 29-сы мартта, ауыл хужалығы фәндәре докторы, Илеш районының Рәзил Мусин исемендәге хужалыҡ етәксеһе Зифҡәт Сәйетғәлиев, һәм иҡтисад белгесе, беҙҙең программаның эксперты Наил Мырҙагилдин менән бергә эҙләнек.
"Ауыл хужалығын үҫтереү һәм тергеҙеү өсөн ғәмәли фәнгә иғтибар итергә кәрәк. Мәҫәлән, селекция һәм генетикаға бик күп сығымдар талап ителә. Беҙҙең илдә был мәсьәлә бик киҫкен тора", — тип белдерҙе Зифҡәт Сәйетғәлиев.