Проект:

Өфө уттары

Өфө уттары - 21.02.2024 Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү - ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡала

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.
  • Өфө уттары - 21.02.2024  Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү - ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡала

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фажиғәләр беҙҙе һағалап ҡына тора. Мәҫәлән, ут сығыу осраҡтары, янғындар тураһында әленән-әле матбуғат сараларынан ишетеп торабыҙ, яҙ ҙа яҡынлаша тимәк, йоҡа боҙ һәм ташҡын хәүефе көтә.

Күңелһеҙ хәлдәрҙе иҫкәртеү өсөн нимә эшләргә, нимәгә иғтибар итергә? Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында һөйләшергә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәткәре Ленария Ямалетдинованы саҡырҙыҡ.